Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды. Мәғлүм булыуынса, ижад үҙәге Башҡортостан Хөкүмәтенең туғыҙ миллион һумлыҡ грантын отто. Ҡаланың берлектә финанслауы һәм бюджеттан тыш аҡсаны йәлеп итеү шарты менән 8,6 миллион һумды “Рәсәй вертолеттары” холдингы бүлде.
Балалар технопаркында дөйөм проекттар буйынса эш алып барыласаҡ. Уҡыусылар станоктарҙы үҙләштерәсәк, программалау, робот техникаһы, пилотһыҙ осоу аппараттары оҫталығына төшөнәсәк.
Дәрестәрҙә электрон схемалар, улар нигеҙендә ҡулайламалар төҙөргә, программалар яҙырға, компьютер селтәрен мөхәррирләргә өйрәнәсәктәр. “Геоквантум” заманса технологиялар һәм гаджеттар ярҙамында тирә-яҡ мөхитте тикшерергә ярҙам итәсәк. Әйткәндәй, бөтәһе лә бушлай. Бында йылына 800-гә тиклем кеше шөғөлләнә ала.