Иртәгә "Ғаилә һәм балалыҡ: тәжрибә, мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү мөмкинлектәре" тип аталған Бөтә Рәсәй конгресы уҙасаҡ. "Рәсәй ғаиләһе" милли йәмәғәт комитеты, Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ярҙамында был сараны бишенсе йыл рәттән Өфөлә үткәрә.
Конгреста РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Валерий Рязанский, "Рәсәй ғаиләһе" милли йәмәғәт комитетының беренсе вице-президенты, Рәсәй дәүләт социаль университеты ректоры Лидия Федякина, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Владимир Коваленко, "Рәсәй ғаиләһе"нең төбәк бүлексәләре вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Сараның тығыҙ программаһы пленар һәм секция ултырыштарын, фәнни дискуссияларҙы үҙ эсенә ала.
Быларҙан тыш, Башҡортостан Республикаһында Рәсәй сәйәсәте мәктәбе ойошторған "Бәләкәй кешеләрҙең ҙур мәсьәләләре" тигән “түңәрәк өҫтәл” үтәсәк. Унда сәйәсмәндәр менән мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашасаҡ. Сараның маҡсаты — "Бәхетле бала саҡ " тигән декларацияны ҡабул итеү.
Конгреста был көндә иң яҡшы парҙарҙы ҙурлау, күмәк балалыларға "ГАЗель" автомобиле асҡысын тапшырыу, ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеүгә ҙур өлөш индергәндәрҙе "Изге Петр һәм Феврония" миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтәсәк.
Н. ХӘСӘНОВА.