Боҙ ҡаласыҡтар ҡалҡа03.12.2018
Яңы йылға әле бер айға яҡын ваҡыт булһа ла, Ишембай ҡалаһында байрамға ныҡлы әҙерлек бара. Унда боҙ ҡаласыҡтары, шыршы ҡуйыу менән мәшғүлдәр. Быйыл боҙ ҡаласыҡтары Ленин исемдәге майҙанда, Нефтселәр майҙанында һәм көньяҡ биҫтәлә ҡалҡасаҡ. Эштәр 10 декабргә тамамланырға тейеш.

Шыршы биҙәү, боҙ ҡаласыҡтарын булдырыу эштәре Стәрлетамаҡта ла гөрләй. Бында иһә туғыҙ байрам майҙаны буласаҡ. Улар мәҙәни усаҡтар алдында, сауҙа үҙәктәре янында һәм ҡаланың "Шахтау", "Строймаш" һәм "Первомайский" һымаҡ йыраҡ биҫтәләрендә ҡалҡасаҡ. Уларҙы шыршы, әкиәт геройҙары һындары биҙәйәсәк.

Әйткәндәй, байрам майҙандарын әҙерләү мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә ҡала эшҡыуарҙары алған.


Вернуться назад