Ҡайҙа күберәк ялыу ебәрәләр?03.12.2018
Башҡортостанда социаль селтәрҙәрҙә граждандарҙың мөрәжәғәтен оператив хәл итеү буйынса тәүге күҙәтеү һөҙөмтәләре әҙер булды.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығының директорҙар советы рәйесе Ростивлав Мырҙағолов әйтеүенсә, һуңғы ике ай ярым эсендә интернетта 38 мең хәбәр-ялыу баҫылған. Шуның 25,5 мең осрағында урындарҙа тиҙ арала мәсьәләне хәл итеү буйынса ҡарар ҡабул ителгән.

Иң күп ялыу – Өфө ҡалаһынан. Икенсе урынды Иглин районы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы бүлешә, өсөнсөлә – Өфө районы. Халыҡ нисбәтенә бүлеп ҡарағанда, Иглин, Ғафури, Баймаҡ райондары алда бара.

Иң популяр социаль селтәр – “Бәйләнештә”. Мөрәжәғәттәрҙең 53 проценты шунда килгән. Икенсе урында – “Инстаграм” (33 процент), өсөнсөлә – “Класташтар” (7 процент).

– Социаль селтәрҙәр – уйынсыҡ түгел, ә мәғлүмәт алыуҙың һәм эшкәртеүҙең мөһим ҡоралы. Беҙҙең халыҡты нимә борсоғанын, улар нимә һөйләгәнен һәм үтенгәнен күҙәтеп барыу кәрәк, – тине Радий Хәбиров.



Вернуться назад