Өфөлә суд ҡарары менән 600 уйын автоматы юҡ ителде. 2016 – 2017 йылдарҙа полиция хеҙмәткәрҙәре бер меңдән ашыу законһыҙ уйын ҡулайламаһын ғәмәлдән сығарған.
Әйткәндәй, был ҡорамалдарҙың документтары булмаған, хужалары иһә уларға милек хоҡуғын белдермәгән. Шуға күрә, ғәмәлдәге тәртипкә ярашлы, уйын автоматтары һәм компьютерҙары дәүләт милкенә күсерелеп, юҡ итеүгә тапшырылған.