Башҡортостан муниципалитеттары төбәк һәм федераль кимәлдә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһы шундай бәйгеләрҙең береһендә еңеп сыҡты.
«Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» республика конкурсында ҡала «Ҡала төҙөү сәйәсәте, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫеше» номинацияһында беренсе урынды алды.
Ошо уңайҙан Стәрлетамаҡ етәксеһе Владимир Куликов исеменә “Стәрлетамаҡ – һәр кем йәшәргә теләгән ҡала. Уңайлы һәм яҡшы мөхит булдырыуға заманса ҡараш» проектын уңышлы тормошҡа ашырған өсөн Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушевтан Рәхмәт хаты килде.