"Йәш ғаилә-2018" исемен кем яуланы?02.12.2018
Өфөлә республиканың иң әүҙем йәш ғаиләләре үҙ-ара ярышты. Конкурстың финал өлөшөнә Сибай һәм Өфө ҡалаларынан, Күгәрсен, Ауырғазы, Бүздәк, Яңауыл, Дәүләкән райондарынан ҡатнашыусылар килде.

Һайлап алыу турын уҙған ете ғаилә интерактив майҙансыҡтарҙа көс һынашты. Көнө буйы барған ярышта гран-приҙы баш ҡаланан Ғариповтар ғаиләһе яуланы. Аграр университетта уҡыған йәштәр бал бейеүҙәре менән шөғөлләнгәндә таныша. Хәҙер уларҙың ике ҡыҙы буй еткерә.
Ғариповтар рспублика данын Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ.


Вернуться назад