Буласаҡ юрист ҡына түгел, чемпион да!02.12.2018
Бала саҡтан грек-рим, билбау көрәше менән ҡыҙыҡһынған Данил Хазыров студент йылдарында ла яратҡан шөғөлөн ташламай. Буласаҡ юрист Сибай институтының икенсе курсында белем ала.

Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән Данил сәләмәт тормошто, спортты яратыуы буласаҡ һөнәрендә лә кәрәкле сифаттар тип баһалай. Бөгөн уның 30-ҙан ашыу бәйгелә яулаған миҙал һәм кубогы бар, шулай уҡ Данил - Бөтә Рәсәй турниры чемпионы, ике тапҡыр Рәсәй беренселеге призеры.

Күптән түгел бил бирмәҫ батыр көрәш буйынса Башҡортостан чемпионатында икенсе урын алған, әле йәш көрәшсе Өфөлә үтәсәк республика юғары уҡыу йорттары араһындағы Универсиадаға әҙерләнә.


Вернуться назад