Йәшәү минимумы раҫланды22.05.2012
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 16 майҙағы ҡарары менән быйыл тәүге кварталға айына уртаса йәшәү минимумы дәүмәле билдәләнде.
Халыҡтың йән башына иҫәпләгәндә йәшәү минимумы уртаса 5 485 һум тәшкил итте. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул — 5 857, пенсионерҙарға — 4 470, балаларға 5 391 һумға тиң.
Йәшәү минимумы дәүмәле “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзине тураһында”ғы һәм “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы закондарына ярашлы билдәләнде.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад