Мөғжизәгә ышанығыҙ!02.12.2018
Яңы йыл яҡынлаша, һәр беребеҙ теләктәр теләй, уй-хыялдар бойомға ашһын өсөн тырыша. “Ҡыш бабайға хат” тигән ҡыҙыҡлы республика балалар проекты тамамланды. Балтас районының Нөркә ауылынан өс йәшлек Руслана Хәметова ла ата-әсәһе ярҙамында Ҡыш бабайға үҙе тураһында хат яҙып һалғайны.

“Иҫке Балтас ауылындағы “Непоседа” балалар баҡсаһына йөрөйөм. Әхирәттәрем күп, улар шикелле ҡурсаҡ уйнарға яратам, ә өйҙә әсәйемә ярҙам итәм”, – тип яҙған ул. Әйткәндәй, Лол Декодер ҡурсағын айырыуса ярата икән ҡыҙсыҡ. Быйыл ул мөғжизә көтә – Ҡыш бабайҙың уға ҡурсаҡтар йыйылмаһын бүләк итеүен үтенгән.

Уның әсәһе Ләйсән Ҡәҙим ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, Руслана апалары Рената менән Радмилла кеүек шаян, теремек һәм ҡыҙыҡһыныусан.




Вернуться назад