Нуриман районының Яңы Бүрес ауылында йәшәгән Илдус Әхмәтйәнов бәләкәйҙән ат йәнле. Бығаса инженер, ауыл Советы рәйесе, мәктәптә ут яғыусы булып эшләгән уҙаман бер нисә йыл элек йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Бөгөн уның ҡураһында утыҙға яҡын йылҡы малы бар.
2015 йылда 900 мең һум күләмендә грант алып, ул хужалығын тағы ла кәрәкле ҡорамалдар менән тулыландыра. "Йылҡысылыҡҡа эшҡыуарлыҡ шөғөлө тип кенә ҡарарға ярамай. Ат яратҡандар тәбиғәте буйынса йомарт, ихлас була. Хужаһының бындай сифаттарын дүрт аяҡлы дуҫтар әллә ҡайҙан һиҙә", – ти Илдус.