Ҡаза күреүселәргә – яңы фатир22.05.2012
Быйыл 28 ғинуарҙа Приют ҡасабаһындағы күп фатирлы йорттарҙың береһендә көнкүреш газы шартлау һөҙөмтәһендә биш кешенең ғүмере өҙөлдө, 16 ғаилә ҡыйыҡһыҙ ҡалды. Уҙған шәмбелә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бәләбәй районына барҙы һәм ҡаза күреүселәр өсөн төҙөлгән өс ҡатлы йортто файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.
Төҙөүселәр был торлаҡты бик ҡыҫҡа ваҡытта, йөҙ көн эсендә тиерлек, күтәреүгә өлгәште. Ул емерелгәненән әллә ни алыҫта урынлашмаған. Яңы йортто төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан 32 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән.
Рөстәм Хәмитов Приют ҡасабаһында ҡыйыҡһыҙ ҡалған ғаиләләрҙең барыһына ла яңы фатир асҡысы тапшырҙы. Ә һигеҙ фатир социаль торлаҡҡа үтә мохтаж булғандарға биреләсәк.
– Түҙемлегегеҙ өсөн рәхмәт, – тине Президент, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп. – Ҡуйылған бурысты ваҡытынан алда үтәгән төҙөүселәргә рәхмәт, улар йылдамлыҡ күрһәтеп, тиҙ арала бынамын тигән йорт төҙөп ултыртты. Эшселәр ҡасабаһы үҫәсәк, бының өсөн инвестиция йәлеп ителәсәк.
Яңы фатир хужалары тәүге көндәрҙән үк хәстәрлек һәм ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе.
Артабан Башҡортостан Президенты “67-се икмәк базаһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеге, Бәләбәй районында ҡатнаш аҙыҡ етештереү заводын төҙөү перспективаһы менән танышты. Көрсөккә терәлгән, тик ике йыл элек кенә инвестиция йәлеп итеү һөҙөмтәһендә яңы һулыш алған предприятие етәкселеге бөгөн ҙур пландар менән йәшәй. Әле үк бында хужалыҡтар өсөн грануллы ҡатнаш аҙыҡ етештерелә. 2010 йылда коллективта 37 кеше булһа, хәҙер йөҙҙән ашыу. Акционер бының менән сикләнеп ҡалмай, сәғәтенә 40 тонна ҡатнаш аҙыҡ етештерәсәк ҙур завод төҙөргә уйлай. Шул саҡта инде тағы 60 кешегә эш урыны буласаҡ. Әле яңы предприятие өсөн инфраструктура, ер яғынан уңайлы булған төҙөлөш урыны билдәләнә. Республика етәксеһе, проект буйынса фекерен белдереп, уй-ниәттәрегеҙ етди, ҙур, тик һүҙегеҙҙә тороғоҙ, тине. Хужаларҙың планы буйынса, яңы завод 2015 йылда эшләй башларға тейеш.
Приют икмәк базаһында элеватор ҙа бар. Әммә, яҡындағы райондарҙан иген аҙ килеү сәбәпле, ул тулы ҡеүәтенә эшләмәй. Ҡуртымға ер алып, ошо мәсьәләне лә хәл итмәксе предприятие етәкселеге.
Һуңынан Рөстәм Хәмитов ”Газпромтрансгаз Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Приют ҡасабаһындағы идаралығында булды. Был предприятие “зәңгәр яғыулыҡ” менән Башҡортостандың 12 һәм Татарстандың ике районын тәьмин итә. Президент бында лабораторияларҙы, ҡаҙанлыҡты, үҙәк диспетчер бүлмәһен ҡараны, торба үткәргестәге юғалтыуҙарҙың сәбәптәре менән ҡыҙыҡһынды. Төҙөк, матур, уңайлы биналарға, ихатаның бөхтәлегенә һоҡланып: “Бөтә урында ла ошондай хужаларса мөнәсәбәт булһа икән”, – тине ул.
Был идаралыҡ ҡасабаның социаль төҙөлөшөн нығытыуҙа әүҙем ҡатнаша. Етәкселек һүҙҙәре буйынса, киләһе йылда боҙ майҙансығы төҙөләсәк.
Бәләбәйгә барышлай Рөстәм Хәмитов “Спутник” балалар лагерына һуғылды, уның йәйгелеккә әҙерлеге менән ҡыҙыҡһынды. Быға тиклем “Башнефть” компанияһы ҡарамағында булған учреждение Бәләбәй районының муниципаль милкенә тапшырылған. Лагерҙа бер сменала 200 бала ял итә ала. Республика етәксеһе уның менән танышыу барышында, бында артабан төҙөкләндереү һәм яңыртыу талап ителә, тип билдәләне. Атап әйткәндә, спорт майҙансығын тергеҙергә, велосипед юлы һалырға кәрәк. Бынан тыш, учреждение етәкселегенә балаларҙың ялын ойоштороу буйынса күрше район, ҡалаларҙың алдынғы тәжрибәһен өйрәнергә һәм индерергә тәҡдим ителде.
Бәләбәй ҡалаһында бассейнлы 220 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһын былтыр көҙ төҙөй башланылар. Социаль әһәмиәттәге объекттың смета хаҡы – 128 миллион һум. Бөгөнгә бинаның стенаһы күтәрелеп, ҡыйығы ябылған. Иң ҡыҙыу мәл: инженер селтәрҙәрен төҙөү, йылылыҡ системаһын үткәреү, һылау-йөҙләү эштәре бара. Рөстәм Хәмитов төҙөлөш барышы менән танышҡандан һуң, ашыҡ-бошоҡҡа юл ҡуймаҫҡа, объектты файҙаланыуға тапшырғанда уға яҡын йорттарҙың тышҡы йөҙөн дә матурларға кәңәш бирҙе.
Балалар баҡсаһын ошо йылдың 1 октябренә асыу күҙҙә тотола.
Юл ыңғайы Башҡортостан Президенты ҡалалағы “Магнит” магазинына инде, хаҡтар, ассортимент менән ҡыҙыҡһынды. Минераль һыуҙы ҡарап, үҙебеҙҙең, Башҡортостандың продукцияһын тәҡдим итергә кәрәк һатып алыусыларға, тип кәңәш бирҙе сауҙа учреждениеһы етәкселегенә.
Фаил Ҡылысбаев


Вернуться назад