Бүләктәр әҙерләргә ваҡыт01.12.2018
Яңы йыл — бүләктәр әҙерләй, күңел йылыңды башҡаларға өләшә торған уңайлы мәл. Шыршыларҙа төрлө төҫтәге сағыу уттар ҡабынғанда кескәйҙәр, мөғжизәгә ышанып, үҙҙәренә бүләктәр таратҡан Ҡыш бабайҙың килеүен көтә.

Изге күңелле тылсымсы булғығыҙ килһә, хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн һеҙгә ҙур мөмкинлек асыла. 3 декабрҙән 23-өнә тиклем Саҡмағош районының Йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм Йәштәр үҙәге Саҡмағош ауылындағы социаль приютта тәрбиәләнеүселәр өсөн “Шәфҡәтлелек — балаларға” тигән хәйриә акцияһы үткәрә. Райондың битараф булмаған, миһырбанлы кешеләре акцияла ҡатнашып, балаларға татлы ризыҡ, уйынсыҡ, кәнсә тауарҙары бүләк итеренә ышанабыҙ. Саҡмағоштар берҙәм халыҡ бит.


Вернуться назад