“Әр-Рәхим” мәсете — оҫтаның ҡул эшендә01.12.2018
Мәскәү ҡалаһында “Юғары оҫталыҡ” II Бөтә Рәсәй һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте конкурсында Федоровка районының үҙәгенән Балалар сәнғәт мәктәбе белгесе Татьяна Угольникова ҡатнашты.

Ул сәнғәт бәйгеһенә ике эшен тәҡдим итте. “Әр-Рәхим” мәсете” (ҡул менән сигеү номинацияһы) һәм “Тыуған мөйөш” (рәсем сәнғәте). Татьяна Алексеевнаның оҫталығын жюри юғары баһаланы, ике номинацияла ла I дәрәжә диплом лауреаты булды. Конкурс шарты буйынса, ул киләһе йылда Мәскәүҙә “Планета шатлығы” проекты күргәҙмәһендә һәм “Халҡымдың күңеле” тип аталған милли мәҙәниәттәр һәм фольклор фестивалендә, Сочи ҡалаһында йәйен үтәсәк VIII Халыҡ-ара сәхнә һәм художестволы сәнғәт фестиваль-конкурсында ҡатнашыу бәхетенә эйә. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйек.




Вернуться назад