“Айыҡ Рәсәй” ойошмаһы торлаҡ йорттар биналарында һыра һатыу нөктәләрен урынлаштырыуҙы тыйыуҙы талап итә. Был тәҡдимде “Демография” милли проектының саралар планына индереүҙе һорап, Рәсәй Хөкүмәтенең вице-премьеры Татьяна Голикова исеменә мөрәжәғәт ебәргәндәр.
Ойошманың докладында билдәләнеүенсә, һуңғы өс йылда төбәктәрҙә һыраханаларҙың күпләп артыуы күҙәтелә. Ҡағиҙә булараҡ, улар торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында тәғамхана исеме аҫтында асыла.
Һырахананың өй янында урынлашыуы енәйәтселектең үҫеүенә килтерә һәм киске сәғәт 11-ҙән һуң тынлыҡ режимын боҙа. Бынан тыш, бындай урындарҙа сифатһыҙ эсемлектәр һатыла, шул сәбәпле алкоголь менән ағыуланыу һәм үлеү осраҡтары арта.