Файер һәләтен күрһәтте01.12.2018
Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегендә ҡаланың 13-сө мәктәп уҡыусылары экскурсияла булды.

Улар иң тәүҙә полиция тарихына арналған музейҙы ҡараны. Артабан уҡыусылар эксперт-криминалистарҙың эше, енәйәттәрҙе асыҡлауҙа ярҙам иткән төрлө приборҙар, техника менән танышты.

Экскурсия аҙағында балалар кинологтар менән осрашты. Файер ҡушаматлы эт үҙенең һәләттәрен күрһәтте. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре балаларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.


Вернуться назад