Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты “Генераль йыйыштырыу” проектының һөҙөмтәләрен барланы. Башҡортостанда йәшәүселәр 582 проблемалы объект билдәләгән. Иң әүҙемдәре Бәләбәй, Белорет, Өфө, Ишембай райондары, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре булып сыҡты.
“Халыҡ йәшәгән урындарҙағы сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса лидер булып Бәләбәй районы тора. Легаль булмаған 26 ҡыйлыҡтың 24-е таҙартылған.
Был – бик һәйбәт күренеш, әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, нефтле ҡалдыҡтар түгелә. Был мәсьәлә буйынса прокуратураға мөрәжәғәт итмәксебеҙ. Шәхси секторҙа тулышып ултырған контейнерҙар буйынса ла һорауҙар бар. Күптән түгел уларҙы яңырттылар, хәҙер проблема хәл ителер тип өмөтләнәбеҙ”, – тине “Генераль йыйыштырыу” проектының Башҡортостандағы координаторы Морат Шафиҡов.