17 декабрҙә Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм дәүләт театрында сираттағы “Йөрәк һүҙе” шиғриәт конкурсы уҙасаҡ. Унда ҡатнашыусылар парлашып башҡорт телендә шиғырҙар уҡыясаҡ.
Быйыл финалда көс һынашасаҡ конкурсанттар араһында сәсәниә Розалия Солтангәрәева һәм уның улы скрипкасы Илшат Мөслимов, телевидениела алып барыусылар Земфира һәм Гүзәл Байбулдиналар, актерҙар Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, шағир Фәнил Бүләков, актриса Гөлбинә Сафуанова бар.
Былтырғы кеүек үк, еңеүселәр бүләккә еңел автомобиль аласаҡ. Әйткәндәй, “Йөрәк һүҙе” проекты республика төбәктәрендә лә популяр сараға әйләнеп, үткәрелеп килә.