Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына медицина уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәрҙе матди дәртләндереү саралары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Быға аҡса Башҡортостан ҡаҙнаһынан бүленәсәк.
Дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа тиҙ арала кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөргә кәрәк. Белгестәр ауыл ерҙәрендә генә түгел, Өфө, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла етешмәй.
– Дауалау учреждениеларын табиптар менән тәьмин итеү күпмегә төшәсәген һанап сығарыу зарур. Беҙҙә федераль маҡсатлы программалар, эре предприятиелар бар, шулар аша ла проблеманы хәл итергә мөмкин булыр, – тине Радий Фәрит улы.
Шулай уҡ киләһе йыл урындағы дауаханаларға ординаторҙарҙы йәлеп итер өсөн, төбәк етәксеһе вазифаһын башҡарыусы муниципалитет етәкселәренә йыл аҙағына тиклем Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашыуҙар ойошторорға ҡушты.