Ғәйепләргә ашыҡма30.11.2018
Ислам киң күңелле булырға өндәй. “Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай бул­ғандары өсөн генә байҙарға баш эйеп барма. Әгәр тома наҙан берәүҙең гонаһ ҡылғанын күрһәң, был кеше белмәгәнлектән шулай ҡылана, ә мин белә тороп гонаһ эшләйем бит, тимәк, ул минән яҡшыраҡ тип уйла. Кафыр күрһәң дә, уны ғәйепләргә ашыҡма, был әҙәм, бәлки, донъянан үткәндә булһа ла иманға килер, ә мин үҙем иманлы булып үтерменме, әллә юҡмы, тип уйла. Һинең күңелеңдә, тимәк, был кеше бына ошо яғы менән дә минән өҫтөн тигән уйҙар булһын”.


Үҙеңдән һуң эҙең ҡалһын


Бер батшаның улы ял итеү өсөн урамға сыҡҡан һәм унда ныҡ ҡартайған бер кешенең емеш ағастары ултыртып йөрөүен күргән.
“Эй, бабай! – тигән ул. – Нимә тип ыҙалап был ағастарҙы ултыртаһың? Емештәре өлгөрөп еткәнен барыбер күрә лә, ашай ҙа алмаясаҡһың бит”. Ҡарт йылмая биреп әйткән: “Башҡалар ултыртҡанды беҙ ашаныҡ, башҡалар ашаһын өсөн үҙебеҙ ултыртабыҙ. Ә, бәлки... емештәрен тәмләп ҡарай ҙа алырбыҙ әле”.
Үҙеңдән һуң яҡты эҙ, яҡшы эш ҡалдырыу – матур ғәмәлдәрҙең береһелер.


Еп нәҙек урындан өҙөлә

Хикәйәт

Борон замандарҙа бер хан йәшәгән. Ул бик ауырыу булып, төрлө-төрлө табип саҡырып дауаланған. Әммә береһенең дә дауаһы килешмәгән, ти. Хан уларҙың барыһын да зинданға яптырған.

Шулай дауам итә торғас, ябай ғына бер табип килеп, еңел генә дарыу менән дауалаған икән, был терелгән дә ҡуйған. Шәбәйеп алғас әйткән:
– Һин генә ысын табип икәнһең, башҡалар бөтәһе лә ялғансы. Береһе- бер дауалай белмәне, мин уларҙың барыһын да зинданға яптырғайным, инде хәҙер бөтәһен дә сығарып, күҙ алдыңа баҫтырам.

Еп нәҙек урындан өҙөлә, хан. Улар һине дауалай-дауалай ауы­рыуыңдың ебен тамам нәҙегәйт­кәйнеләр, миңә уны өҙөргә еңел булды. Шулай булғас, уларҙың береһе лә табиплыҡта минән кәм түгел, уларға рәхмәт әйт, – тигән имсе.
Был аҡылды тыңлап, хан башҡа табиптарҙы ла ғәфү иткән.


Вернуться назад