Замандан артта ҡалышмай30.11.2018

Бында сит ил тауарына алмаш етештерелә.

Бәләбәй машиналар эшләү заводы 1942 йылда асыла. Тәғәйенләнеше – ауыл хужалығы машиналары сығарыу. 1974 йылда завод шнеклы насостар етештерә башлай.

Шул осорҙан алып байтаҡ ваҡыт үтте, илебеҙҙә күләмле үҙгәрештәр булды, әммә предприятие бөгөн дә тәғәйен­лә­нешенә тоғро ҡала. Заманса предприятие “Бәләбәй машиналар эшләү заводы” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте ябыҡ акцио­нерҙар йәмғиәтен үҙгәртеп ҡороу юлы менән ойошторола.

– Беҙҙең предприятие ауыл хужалығы өсөн төрлө модификациялы фекаль насостар, һөт һауыу өсөн – вакуумлы, нефть сәнәғәте өсөн вертикаль һәм горизонталь шлам насостары етештерә, – ти заводтың генераль директоры Ринат Мусин. – Һуңғы ваҡытта өр-яңы йүнә­леште – файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу сәнәғәте өсөн ҡом насостары етештереүҙе үҙләш­терәбеҙ.

Предприятие сит ил тауарын алмаштырыу йәһәтенән дә әүҙем эш алып бара. Бында ГШН насостарын етештереү проекты тормошҡа ашырыла. Ринат Наил улы әйтеүенсә, юға­ры сифатлы суйындан яһалған ошондай бер насос техник үҙенсәлектәре буйынса биш сит ил ҡулайламаһын алмаштыра ала. Күп кенә быраулау компаниялары завод продукцияһы менән ҡыҙыҡһыныуын белдерә. Күптән түгел генә бер ҙур заказ булған да инде. “Белмаш”та ҡулайламаларға ихтыяждың ҙур булыуына өмөт итәләр.


Завод киләсәккә ҡараш ташлап эшләй. Алынған табышты бын­да етештереү майҙандарын яңыртыуға йүнәлтәләр. Мәҫәлән, ҡойоу цехын үҙ көстәре һәм аҡса­һы менән төҙөгәндәр. Санкт-Петербургтың Үҙәк материалдар ғилми-тикшеренеү инс­титутында етештереү өсөн махсус рәүештә пленка-вакуум ярҙа­мында формалау үткәр­гесен яһағандар. Иҫке алым­дар­ҙан яңыға күсеү иҡтисади йәһәттән дә отошло – сығарылған продукцияның сифаты яҡшыраҡ.

Әлбиттә, квалификациялы кадрҙар булмай тороп, уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Бөгөн предприятиела 98 кеше эшләй, буш вакансиялар юҡ тиерлек. Ләкин станоксылар, токарҙар, фрезлаусылар һәр саҡ кәрәк бында. Ваҡыт һынауын үткән, һөнәренә тоғро ҡалған оҫталар иһә йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашырға һәр саҡ әҙер.


Вернуться назад