Бер кем дә эшенән бушатылмаясаҡ30.11.2018

Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн көрәш бара.

Баш ҡалала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса конференция булды. Унда республикала милли проектты тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре барланды, ошо йүнәлештәге эшкә тәүге йомғаҡ яһалды.

Журналистар өсөн ойош­торолған матбуғат конференция­һында Башҡортос­тандың иҡти­са­ди үҫеш министры Сергей Новиков:
– Былтыр Башҡортостан Рә­сәйҙең ете төбәге араһында тәү­геләрҙән булып хеҙмәт етеште­реүсәнлеген арттырыуға һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән федераль програм­маға ҡушылды. Был — рес­пуб­ликаның 2030 йылға тиклемге Социаль-иҡтисади үҫеш стра­те­гияһының өҫтөнлөклө ғәмәлдә­ренең береһе. Беҙҙең бурыс булып хеҙ­мәт етештереүсәнлеге бу­йынса Рәсәйҙең тәүге ун тө­бәге исемлегенә инеү тора. Бы­ның өсөн республикала мөмкин­лектәр етерлек, – тип белдерҙе.

Башҡортостан бөгөн төбәк тулайым продукты күләме буйынса Рәсәйҙә унынсы урында, тап шуға ул өҫтөнлөклө проект­ҡа тәүгеләрҙән булып ҡушылыу хоҡуғын яулаған. Республикала әлеге ва­ҡытта 354 эре һәм урта предприятие эшләй, уларҙың 290-ы – сеймалға ҡа­ғылышы бул­маған тармаҡта. Һәр ойош­маның йыллыҡ финанс әйлә­неше 80 миллиондан 30 миллиард һумғаса етә.

2024 йылға тиклем Милли проектҡа Башҡортостандың 120 предприятиеһын ылыҡтырыу планлаштырыла. Рәсәй буйынса иһә ундай предприятиеларҙың һаны 10 меңгә етергә тейеш. Һүҙ сеймалға бәйле булмаған тармаҡ хаҡында бара.

Әлеге ваҡытта республи­каның 19 предприятиеһы Милли проектта ҡатна­шыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйған. Улар­ҙың алтыһында Федераль компетен­циялар үҙәгенең методик ярҙамы ниге­ҙендә хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу башланған.

Сергей Новиков белде­ре­үенсә, “СТЕКЛОНиТ” һәм “ОЗНА” предприятиеларында проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның ярҙамында ойошмаларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге циклын ике тапҡыр арттырыуға өлгәшелгән, норманан тыш эшләү бөтөрөлгән. Шулай уҡ “БАСЭТ” һәм “Альтернатива” предприятиелары проектты тамамлау өҫтөндә. Ә “Искож” һәм “Grain” предприятиеларында һаҡсыл етештереү технологиялары индерелә.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһен­дәге компетенциялар буйынса федераль үҙәк” ком­мерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы етәксеһе Николай Соломон белдереүенсә, иҡти­сад­тың сей­мал­ға бәйле бул­маған тармаҡтарындағы эре һәм урта предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше 2024 йылға тиклем биш проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Әлбиттә, проектта ҡатна­шыу­ҙың үҙ талаптары бар. Тәүге сиратта предприятие яҡшы һөҙөм­тәгә иҫәп тоторға, компанияның етәкселеге лә әүҙемлек күрһә­тергә тейеш. Унан тыш, пред­прия­тиеның йыллыҡ килеме 800 миллион һум самаһы тәшкил итеүе фарыз. Милли проектта бюджет бурыстары булған, шулай уҡ 25 проценттан күберәк сит ил инвестициялары ҡул­ланылған ойошмалар ҡатнаша алмай. Предприятиела хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү ҡеүәһе булырға, ул эшкәртеү, ауыл хужалығы, төҙөлөш, энергетика һәм транспорт тармаҡ­тарына ҡағылырға тейеш.

Милли проектта ҡатнашыу­сы­ларға Федераль һәм төбәк компетенция үҙәк­тәренең методологик ярҙамы күрһәтелә, һаҡсыл етештереү үҙенсәлек­тәре төшөндөрөлә, теорияға ҡушып, етеш­тереү майҙанда­рында ла оҫтаханалар булдырыла.

Шулай уҡ барлыҡ шарттарға яуап биргән ойошмаларға, Сәнә­ғәтте үҫтереү федераль үҙәгенән йылына бер процентлыҡ ставка менән биш йылға 50 миллион һумдан алып 300 миллион һумғаса ташламалы кредит алыу мөмкинлеге бирелә. Унан тыш, программала ҡатнашыусыларға хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабаттан уҡытыу буйынса субсидиялар биреү ҡаралған.

Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры вазифаһын ва­ҡытлыса башҡа­рыусы Ленара Иванова әйтеүенсә, “Хеҙ­мәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүл­леккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашҡан Баш­ҡорт­остан предприятие­ларының 2,2 мең хеҙмәткәре ҡабаттан уҡыу үткән, һөнәрен камил­лаштырған.

– Бөтәһе лә үҙ ойошмаларында эшләй, бер кем дә урынынан бушатылмаған, ә икенсе һөнәр үҙләштереп, шул уҡ ойошмала икенсе вазифаға күсе­релгән. Хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабаттан уҡытыу буйынса эш республикала артабан да дауам итәсәк, – тине Ленара Хәким ҡыҙы.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юрий Мельников әйтеүенсә, быйыл хеҙмәт­кәрҙәргә һөнәри белем биреү һәм ҡабаттан уҡытыу өсөн 181,6 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.


Вернуться назад