Балаларҙы туҡландырыу сифаты яҡшырамы?30.11.2018

Республика йортондағы кәңәшмә ошо мәсьәләгә арналды.

– Мәктәпкәсә балалар учреждениеларында һәм белем усаҡтарында туҡланыуҙы ойоштороу – беҙҙең эштәге мөһим йүнәлеш. Райондар буйлап йөрөнөм, уларҙың һәр береһендә төрлөсә. Мәҫәлән, Дыуан районында мәктәп авария хәлендә, шуға ла директор уҡыусыларҙы балалар баҡсаһы ашханаһында ашатыу тураһында һөйләшеп килешкән. Төшкө аштың хаҡы – 21 һум. Был түләү нисек барлыҡҡа килә? Ауыл мәктәптәренең күптәрендә ярҙамсы хужалыҡ участкалары бар. Ошо иҫәпкә хаҡ түбәнәйә. Был – туҡ­ланыуҙы ойоштороу алым­дарының береһе. Башҡа мәктәптәрҙә аутсорсинг нигеҙендә эшләйҙәр. Асылда төшкө аш баланың һаулығына ҙур йоғонто яһай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ғаиләләрҙәге балалар өсөн мәктәптә туҡланыу – йылы аш ашау өсөн берҙән-бер мөмкинлек. Шуға күрә балалар туҡланыуы – бик мөһим өлкә, – тине кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Кәңәшмәлә Хөкүмәт ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, мәғариф учрежде­ниеһы етәкселәре, муниципалитеттар башлыҡтары, аутсорсинг нигеҙендә туҡланыу хеҙмәте күр­һәткән ойошма вәкилдәре ҡатнашты.

Мәғлүм булыуынса, аутсорсинг системаһы, көнәркәшлек тыу­ҙырып, хеҙмәтләндереү яҡшырыр, бюджет учреждениеларында туҡ­ланыу хаҡы ла кәмер, тигән маҡ­сат­та индерелде. Тик был алым көтөлгәнсә яйлы ғына эшләп китә алманы. Ул мәктәптәрҙә лә туҡ­ла­ныу хаҡы артыуға булышлыҡ итте, шуға ла ризаһыҙлыҡ белдергән ата-әсәләр бар. Аҙыҡ-түлек сифатына зарланғандар ҙа осрап тора. Ошондай аңлашыл­маусанлыҡтар килеп тыуғанда, мәктәп дирек­тор­ҙарының уны күҙәтеү вәкәләт­тәре юҡ. Шуға ла уларға атай-әсәйҙән: “Беҙ аҡса түләйбеҙ, ә бала “тәмһеҙ” тип ашамай ҡайта, һөҙөмтәлә аҡса елгә оса”, – тигән ризаһыҙлыҡты ла йыш ишетергә тура килә.

Шулай уҡ ҡайһы бер урындарҙа бөтә мәктәптәрҙе лә бер предприятие ғына хеҙмәтләндерә. Әлбиттә, был осраҡта район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан мәктәпкә ризыҡты ташыуы ла үҙенә күрә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, туҡланыу аштың сифатында ла сағыла. Ошо барлыҡ факторҙарҙы иҫәпкә алғанда, әле аутсорсинг системаһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә лә эшләргә.

Гөлшат ЙОМАҒУЖИНА,
Белорет районының Абҙаҡ мәктәбе директоры:

– Мәктәптә туҡландырыуҙы аутсорсинг системаһына күсергәндә элекке аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән ойошма менән килешеү төҙөүгә өлгәштек. Ул эшҡыуар беҙҙең ашхананы ҡуртымға алды, ашнаҡсыларыбыҙҙың эш урындарын һаҡлап ҡалды, уларға хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләй. Мәктәптең үҙендә бешереү уңайлы, сөнки балалар урында әҙерләнгән ҡайнар аш менән туҡлана. Менюҙы ла төрләндерҙе. Туҡланыу хаҡы көнөнә 55 һум тәшкил итә. Шуға ла беҙҙә балаларҙы ашатыу һәм уның сифаты йәһәтенән бер ниндәй ҙә насар үҙгәрештәр булманы.


Вернуться назад