Ерҙә алтын тутыҡмай22.05.2012
Ишембай нефть ятҡылыҡтары асылыуға — 80 йыл
Халыҡ араһында “тау майы” тип йөрөтөлгән һәм сирҙе имләүгә, көнкүреш мәнфәғәттәренә тотонолған нефть, өҫкә һарҡып сығып йылға-күлдәргә ағып төшөп ятһа ла, Хөкүмәттең геология комитеты ла, Тау департаменты ла, бүтән органдар ҙа Урал һәм Волга буйында ҙур яғыулыҡ ятҡылыҡтарының булыуын инҡар итеп килгән. Чиновниктарҙың оторо тороуына, билдәле, геологтарҙың үҙҙәренең араһында төйнәлгән генә фекерҙең булмауы ла йоғонто яһаған. Ғалимдарҙың кемеһе хаҡлы булыуын разведкалау скважиналарын тәрәнгә быраулау ғына хәл итә алған. Ләкин шуны ҡәтғи рәүештә раҫларға мөмкин: хакимдарҙың эҙләнеү эштәренә аҡса бүлеүҙән баш тартыуы беҙҙең төбәктә нефть ятҡылыҡтарын асыуҙы оҙаҡ йылдарға тотҡарлаған.
Йәнә бер иҡтисади-сәйәси факторҙы ла иҫәпкә алмау ярамай. Швецияла ХIХ–ХХ быуаттарҙа уйлап табыусы, конструктор һәм ҡорал эшләүсе Нобелдәрҙең бер нисә быуыны йәшәгән. Уларҙың ҙур предприятиелары Санкт-Петербургта ла булған. Нобелдәр Баҡы ҡалаһында нефть промыслалары ойошторған. 1914 йылда бына ошо “Нобель” фирмаһы Башҡортостандың көньяғындағы нефть сығанаҡтары менән ҡыҙыҡһына башлай. Швед магнаттары алдарына ике маҡсат ҡуйған: тәүгеһе нефть мәсьәләһендә өмөтлө майҙандарҙы ҡулға төшөрөү булһа, икенсеһе — был нисек кенә сәйер яңғырамаһын — Урал-Волга буйында нефть эҙләүҙе тотҡарлау, ошонда нефть сығарыу сәнәғәтенең барлыҡҡа килеүенә һәм үҫеүенә юл ҡуймау. Көньяҡ Уралда, Волга буйы өлкәләрендә, Башҡортостанда бай нефть ятҡылыҡтарының булыуын арымай-талмай иҫбат итә килгән һәм ошо йүнәлештә ғәйәт ҙур ныҡышмалыҡ күрһәткән, Ватан нефть геологияһына нигеҙ һалған академик Иван Михайлович Губкин “Икенсе Баҡы” (“Второе Баку”) тигән китабында былай тип яҙа: “Рәсәйҙәге иң бай нефть сәнәғәтсеһе булған Нобель өсөн яңы нефть райондарының асылыуы уңай түгел ине, сөнки был осраҡта нефткә хаҡтың төшөүенә һәм уның иҫ киткес килемдәренең кәмеүенә килтерәсәген ул белгән”.
1917 йылдың көҙөндә илдә сәйәси хакимлыҡ алмашынды. Артабанғы граждандар һуғышы хужалыҡты тамам йөгөндөрҙө. Унан ары, илдәге сәнәғәт предприятиелары Петроград, көньяҡта — Юзовка (хәҙерге Донецк), ә яғыулыҡ Баҡыла һәм Дон тарафтарында тупланғайны. Илдең именлеген тәьмин итеү өсөн, уның урта өлкәләрендә, Көньяҡ Уралда сәнәғәтте тиҙләтеп үҫтереү зарурлығы асыҡ ине. Ләкин 20-се йылдарҙа ла Урал-Волга буйында нефть барлығына шикләнеү кәмемәне, сөнки нефтле горизонттар бик тәрәндә ине һәм уларға барып етерлек ҡеүәтле быраулау станоктары булманы. Шул арҡала, граждандар һуғышы тамамланғас һәм көньяҡтағы нефтле төбәктәр азат ителгәс, йәш республиканың бар ғына көс-ҡеүәте Баҡы, Грозный, Майкоптағы нефть промыслаларын тергеҙеүгә йүнәлтелгән.
Алдағы мәҡәләлә әйтеп кителеүенсә, геолог ғалимдар араһында Волга менән Урал араһында нефттең булыуына ныҡлап инанғандар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмаған. И.М. Губкин, Урал-Волга буйына ойошторолған геологик экспедициялар материалдарын һәм нефть билдәләре табылған урындарҙы һүрәтләгән яҙмаларҙы өйрәнеп, ошо мәғлүмәттәрҙе Төньяҡ Америкалағы нефтле райондар тураһындағы материалдар менән сағыштырып, Урал һырты битләүҙәрендә нефть ятҡылыҡтарының булыуына тамам ышана һәм артабан да унан тайпылмай. Хәҙерге Пермь крайының Верхне-Чусовские городки тип аталған төбәгендә калий тоҙо эҙләп бырауланған скважинанан 1929 йылдың апрелендә нефть фонтаны бәреп сыҡҡас, мәшһүр ғалимдың фаразлауҙары дөрөҫләнде, тигән һүҙ булған. (Нәзир Уразмәтовтың да шул төбәктән булыуын онотмайыҡ). Ошонан аҙаҡ Урал һыртының көнбайыш итәге буйлап ҙур майҙанда нефть эҙләү эштәре ҡабаттан ҡуҙғатыла һәм үҙ эсенә Ухта менән Печораны, Кизел, әлеге Верхне-Чусовские городки тирәләрен, ғөмүмән, Урал менән Волга араһындағы киң һыҙатты үҙ эсенә ала.
Пермь тарафтарында тәүге нефть фонтаны 1929 йылдың апрелендә пәйҙә булған, тинек. Бер ай үтер-үтмәҫтән СССР Халыҡ хужалығы юғары советы (ВСНХ) президиумы “яңы нефть ятҡылыҡтарын әүҙем эҙләүҙе ойоштороу зарурлығын таный... Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләү өсөн, Уралды ныҡлап тикшереү планын төҙөргә” ҡуша. Тиҙ арала Урал нефть сәнәғәтенең “Уралнефть” тип аталған дәүләт тресы ойошторола. Был буласаҡ Икенсе Баҡының тәүге нефть сығарыусы предприятиеһы һанала. Шул уҡ йылдың көҙөнә илдең көнсығыш райондарында разведкалау эштәрен атҡарыу планы әҙер була. Ә июль айында уҡ, И.М. Губкиндың тәҡдиме менән, Мәскәү нефть институты (хәҙер ул ғалимдың исемен йөрөтә) һәм Геология комитеты Башҡортостанға өс геология партияһы ебәрә. Разведкалау планына Стәрлетамаҡ тирәһе лә индерелә.
Совет хөкүмәтенең бойороғо буйынса, Уралдағы геология-разведкалау партияларын матди-техник йәһәттән нығытыу хәстәрлеге күрелә. 1930 йылдың майына уҡ Азербайжандан беҙҙең яҡтарға ҡорамал һәм инструменттар менән 104 вагон, 17 быраулау станогы, электр станцияһы оҙатылған. Нефть эҙләнгән яңы төбәккә Азнефть менән Грознефть трестарынан иң әҙерлекле белгестәр, эшселәр килеп еткән. Шулай, 1930 йылдың октябрь айына 725 кеше Урал, Башҡортостанда эш башлап алып киткән.
Ишембай ауылы тирәһенә И.М. Губкиндың һәләтле уҡыусыларының береһе, Алексей Блохин етәкселегендәге геологик партияны ебәргәндәр. Урынды тикшерә торғас, дүрт скважина бырауларлыҡ нөктә билдәләнгән. Башҡортостан етәкселәре, республикала нефть өсөн тәрәнгә быраулауҙы ойоштороу йәһәтенән ярҙам һорап, “Союзнефть”кә мөрәжәғәт иткән. Ә “Уралнефть” тресы, үҙ сиратында, Стәрлетамаҡта разведка өсөн быраулау контораһын ойошторған. Баҡынан килгән тәжрибәле нефтсе Дмитрий Шашин — быраулау эштәре, А. Блохин менән В. Носаль геология хеҙмәте менән шөғөлләнгән.
Дмитрий Тимофеевич Шашин, хаҡлы рәүештә, Башҡортостан нефть сәнәғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип һанала. Уның ойоштороу оҫталығы, һөнәри әҙерлеге иң хәтәр ауырлыҡтарҙы ла йырып сығыуға ышаныс уята торған булған. Д.Т. Шашинды хатта Башҡортостанда нефтселәр династияһын башлап ебәреүселәр рәтенә лә индерергә мөмкин. Мәғлүмдер, уның улы, Валентин Шашин, күп йылдар Башҡортостанда эшләне — Стәрлетамаҡ геология-эҙләнеүҙәр контораһының баш инженеры һәм директоры, “Башнефтеразведка” тресының баш инженеры, “Башзападнефтеразведка” тресының тәүҙә — баш инженеры, ә һуңынан идарасыһы булып эшләне. СССР Нефть сәнәғәте министрлығын етәкләгәндә лә Валентин Дмитриевич, тәбиғи, Башҡортостан нефтселәре менән хеҙмәттәшлеген, иптәштәрсә бәйләнешен өҙмәне.
Мәслихәт, йәнә Ишембай ауылына 1930 йылға әйләнеп ҡайтайыҡ. Скважиналар быраулау өсөн урындар тәғәйен булһа ла, ҡорамалдарҙы килтереп еткереү тотҡарланыу арҡаһында, эш башлана алмай тора. Раевка ҡасабаһындағы иң яҡын тигән тимер юл стансаһына ла — 120 километр ер.
Йөктәрҙең һәммәһе лә шунда килә. Ул саҡ трактор-фәлән юҡ, ә ҡайһы бер агрегаттарҙың ауырлығы 20 тоннаға етә. Тиҫтәләгән ат, үгеҙҙәрҙе ҡушарлап егеп тарттырғанда ла хайуандарҙың, уларҙы ҡыуалаған йөксөләрҙең арманы бөтә торған булған. Быраулау станоктарын энергия менән тәьмин итеүсе берҙән-бер сығанаҡ һаналған 12 тонна ауырлығындағы пар ҡаҙанын урынға еткереү өсөн балта оҫталары бригадаһы махсус саналар эшләгән. Барлыҡ Стәрлетамаҡ тирәһенән стансаға йөҙгә яҡын ат килтергәндәр. Был яҡтарҙа бығаса күрелмәгән ылау юлға ҡуҙғалған. Ҡушарлап егелгән ун санаға аттар өсөн фураж, аҙыҡ-түлек һәм лом, көрәк, балта һымаҡ кәрәк-яраҡ тейәлгән. Ун туғыҙ пар ат ҡаҙан тейәлгән сананы һөйрәй. Бүтән аттарҙы йә алмашҡа, йә текә үрҙәрҙә ярҙамға егеү өсөн тоталар.
Юл ун тәүлеккә һуҙылған. Йылғаға, тәрән үҙәктәргә килеп терәлеү менән туҡтайҙар. Аттарға ашарға бирәләр, һуғаралар, усаҡ тоҡандырып, сәй ҡайнаталар, ә күпселек халыҡ был мәлдә лом һәм көрәккә тотона — һарҡыуҙы тағы ла һөҙәгерәк итергә кәрәк. Сираттағы йылға-йырынды үткәс, бер аҙ хәл алып һәм ҡайнар сәй менән тамаҡ сылатҡас, йәнә юлға һәм Раевкаға ошондай сәфәрҙәр күп мәртәбә ҡабатланған. Ағиҙел баштарында ағас әҙерләү, вышкалар төҙөү өсөн бысылған брустар ташыу ҙа еңел эш булмаған.
Ләкин дәрткә, өмөткә, ышанысҡа ниндәй кәртәләр ҡаршы тора алһын! Бына 1931 йылдың февраль аҙағына тәүге скважинала быраулау башлана. Торараҡ — икенсеһендә, өсөнсөһөндә. Ишембай ҡатламдарына юл ярыу тәжрибәле Баҡы, Грозный быраулаусылары өсөн дә етди һынау була. Быраулауҙың көньяҡ райондарҙа эшләнгән технологияһы Урал өсөн һәр даим ярап та бармай. Көнкүрештә лә ауырлыҡтар бихисап. Ләкин уңышҡа ышаныс һис кәмемәй. 703-сө скважинанан бер мәл газ фонтаны атылып сыға. Тимәк, нефть яҡын. Һәм, ниһайәт, 1932 йылдың 1 майында разведкалаусылар Башҡортостан Хөкүмәтенә тәүге нефть ятҡылығына юлығыуҙары тураһында хәбәр итә. 16 майҙа 702-се скважина нефть фонтанын урғылдыра. Дүрт сәғәт эсендә үҙ көсө менән ер ҡуйынынан 50 тонна самаһы “ҡара алтын” хасил була. Ошо көн Башҡортостанда нефть сәнәғәтенең яралыу көнө тип йөрөтөлә башлай.
(Дауамы. Башы 93-94-се һандарҙа).
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Вернуться назад