2019 йылдың тәүге кварталында Өфөнән көньяҡ йүнәлештә сығыу юлында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлә башлаясаҡ. Ул әлеге көндәге ике күпер араһына өҫтәлмә ҡоролма булараҡ сафҡа индереләсәк.
Эштең дөйөм хаҡы 3,5 млрд һум. Был хаҡта республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.
Күпер төҙөлөшө өсөн талап ителгән сумманың 2,5 млрд һумын Федераль юл агентлығы бүләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Росавтодор”ҙың етәксеһе Андрей Костюк менән осрашыу барышында килешеүгә ирешкәйне.
Төҙөлөштө 2021 йылда тамамлау күҙаллана.