Инвалидтар һорауҙарына яуап алды29.11.2018


Нефтекама ҡала хакимиәте Йәмәғәт палатаһы менән берлектә инвалидтар өсөн “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Унда һаулыҡ һаҡлау, Пенсия фонды, Социаль страховкалау фонды һәм башҡа социаль өлкәләр белгестәре ҡатнашты. Осрашыуға 50-нән ашыу кеше килгән ине. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап алды.



Вернуться назад