РИА Новости хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин ил алдында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән арҙаҡлы эшмәкәрҙәрҙең исемен аэропорттарға, тимер юл станцияларына, диңгеҙ һәм йылға порттарына биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Иртәгә “Рәсәйҙең Бөйөк исемдәре” проекты сиктәрендә тауыш биреү тамамлана. Арҙаҡлы ватандаштарыбыҙҙың исемдәре 40-тан ашыу Рәсәй ҡалалары аэропорттарына биреләсәк.
“Өфө” аэропортына иһә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең, хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең йәки башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың исемен ҡушыу тәҡдим ителгәйне. Тауыш бирергә бер көн ҡалды, әлегә Мостай Кәримдең исеме алда бара.