Балыҡтың “көмөшө” лә була29.11.2018
“Беҙҙең бренд” фестиваленән “Исток” ауыл хужалығы кооперативы II дәрәжә диплом һәм көмөш миҙал алып ҡайтты. Аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең III форумы ВДНХ-ЭКСПО майҙанында сағыу экспозициялар, киң ҡоласлы эшлекле конкурс программалары менән үтте.

Әлшәй районының “Исток” ауыл хужалығы кооперативына бер нисә ауылдың шәхси хужалыҡтары һәм фермерҙары инә. Уларҙың емешле эше Ауыл хужалығы министрлығы дипломы менән билдәләнде. Ә “ЕвгИрина” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ыҫланған балыҡтары фестивалдең юғары баһаһына — көмөш миҙалға лайыҡ булды.




Вернуться назад