“Ғәйепте интернеттан эҙләмәгеҙ!”29.11.2018
Хәҙерге заманда үҙ-үҙенә ҡул һалған үҫмерҙәрҙең ҡылығынан сәстәр үрә тора. Сәбәптәре күп — психологик яра, кешеләрҙең аңламауы, яҡындары менән аралашыуҙа ауырлыҡтар, наркотик һәм психотроплы матдәләр ҡулланыу, ылыҡтырғыс шөғөл булмауы...

Яуапһыҙ мөхәббәт, насар билдә алыу, ғаиләләге ирекһеҙләү ҙә сәбәпсе булыуы мөмкин. Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесенең өлкән ярҙамсыһы Игорь Комиссаров әйтеүенсә, ғәйепте интернет селтәренә япһарыу дөрөҫлөккә тап килмәй. Юстиция генералының фекере, бәлки, байтаҡ ата-әсәләр өсөн дә файҙалы булыр: “Күп осаҡтарҙа үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтары демонстратив һыҙатҡа эйә. Балаға был үҙенә өлкәндәрҙең иғтибарын йүнәлтеү өсөн һуңғы сара. Үҙен бер кемдең дә күрмәүе һәм ишетмәүенә арҡыры торған ҡаршылыҡ тип ҡарарға кәрәк уны”.


Вернуться назад