“Яман шешкә ҡаршы көрәш буйынса программаны үтәү өсөн онкологтарҙың һанын ике тапҡырға арттырырға кәрәк”, — тип билдәләне “Известия” гәзитенә биргән интервьюһында Рәсәй клиника онкологтары ойошмаһы рәйесе Сергей Тюляндин. Кадрҙар әҙерләү әлеге тиҙлек менән барғанда, ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн тиҫтәләгән йыл кәрәк буласаҡ.
Программаның төп пункты — үҙәк район һәм ҡала дауаханалары базаһында онкология кабинеттары асыу. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бөгөнгө белгестәр һанын (7 мең кеше) ике тапҡырға тиерлек арттырырға кәрәк. Тәжрибәле белгестәрҙең әйтеүенсә, тәү сиратта медицина вуздары студенттарын ошо эшкә ҡыҙыҡтырыу, дипломдан һуң белем алыу кафедраларында башҡа йүнәлештә эшләгән табиптарҙы яңынан уҡытып әҙерләү мөһим шарттарҙың береһе буласаҡ. Терапевт, хирург, акушер-гинекологтар дүрт ай эсендә яңы һөнәрҙе үҙләштерә аласаҡ, тип иҫәпләй улар. Әммә яҡшы белгестәрҙе тейешле күләмдә 20 йыл эсендә лә әҙерләү мөмкин түгел, тип иҫәпләй Н. Блохин исемендәге балалар онкологияһы һәм гематологияһының онкологы Игорь Долгополов. Бының өсөн кадрҙар әҙерләү системаһын үҙгәртергә кәрәк, ти ошо фекерҙе яҡлаусылар.