Бушлай биреләсәк29.11.2018
Башҡортостанда сабыйҙары тыуған һәр ғаиләгә янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламаһы бирәсәктәр. Был туралағы Указға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Ошоғаса бындай ҡулайламаларҙы күп балалы һәм социаль хәүефле ғаиләләргә генә бирәләр ине. 1 ғинуарҙан ҡулайлама балалары тыуған һәр ғаиләгә бушлай тапшырыласаҡ.





Вернуться назад