Сауҙа үҙәге ябылды29.11.2018
Суд приставтары Октябрьский ҡалаһындағы “Универсал” сауҙа үҙәге эшмәкәрлеген туҡтатты. Сәбәбе – бина янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәй.

Бина автоматик янғын һүндереү системаһы менән йыһазландырылмаған, сигнализация системаһы, вентиляция ла эшләмәй. Ә былар граждандарға һәм магазин хеҙмәткәрҙәренә хәүеф тыуҙыра. Сираттағы тикшереүҙән һуң, суд приставтары етешһеҙлектәрҙе бөтөргәнгә тиклем бинаны ябыу тураһында ҡарар ҡабул иткән.



Вернуться назад