Күп балалы ғаиләләр һалым түләмәй29.11.2018
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан бушатыу тураһында закон ҡабул итте.

– Закон күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, республиканың демографик хәлен яҡшыртыу маҡсатында эшләйәсәк, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Был сара ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге еңел автомобилдәргә һәм 125 ат көсөнә тиклемге автобустарға ҡарата ҡулланыласаҡ. Тимәк, льготаны ысынлап та мохтаждар – килеме түбән булған ғаиләләр аласаҡ. Күп балалы, әммә ҡиммәтле машиналы ғаиләләр льготниктар иҫәбенә инмәйәсәк.

Льгота хужа теләгенән сығып, бер транспорт сараһына биреләсәк һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.


Вернуться назад