Өфөлә күп балалы ғаиләләргә ер бүленгән, әммә участкаларға йөрөргә юл юҡ. Улар ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевҡа мөрәжәғәт итте.
Мәғлүм булыуынса, ишле ғаиләләрҙең ере баш ҡаланың Калинин районындағы Самохваловка ауылында урынлашҡан. Юл иһә участкаларҙан ике саҡрым алыҫлыҡта үтә. Әле 400-ҙән ашыу ғаилә, юл булмағас, торлаҡ төҙөй алмай.
– Бындай хәл бөтә республикаға хас, – тине Константин Толкачев. – Беҙҙә ишле ғаиләләргә 1700 ер участкаһы бүленгән, шуға күрә мәсьәләне Самохваловка буйынса ғына түгел, дөйөм күтәрергә кәрәк. Проблеманы Хөкүмәткә еткерәсәкбеҙ.
Әйткәндәй, 2 декабргә тиклем Башҡортостанда граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы үтә. Осрашыуҙар “Берҙәм Рәсәй”ҙең 17 йыллығына арнала.