Радий Хәбиров – тәүге тиҫтәлә29.11.2018
“Медиалогия” октябрь айына телмәренән иң күп эҙемтәләр файҙаланылған блогер губернаторҙарҙың рейтингын төҙөнө. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был рейтингҡа тәүгә инде һәм туғыҙынсы баҫҡысты яуланы.

Компания мәғлүмәттәренә ҡарағанда, медиарейтинҡа үҙ блогтарын алып барған Рәсәй төбәктәре етәкселәре ингән. Төп күрһәткес – телмәренән иң күп өҙөмтәләр файҙаланыу индексы. Тәүге тиҫтәгә шулай уҡ Рамзан Ҡадиров (Чечня), Сергей Аксенов (Ҡырым), Сергей Собянин (Мәскәү) ингән.

Әйткәндәй Радий Хәбировтың аккаунттары Instagram, “Бәйләнештә”, “Класташтар” һәм Facebook селтәрҙәрендә бар. 28 ноябрҙә иһә Башҡортостан етәксеһе эшҡыуарҙар менән аралашыу өсөн Facebook селтәрендә төркөм асты.


Вернуться назад