Өфө районы халҡына юл кәрәк29.11.2018
Өфө районының Булгаков ауылы халҡы ҡайһы бер урамдарҙа юл өҙөклөгөнә зарлана.

– Ауылдағы Яр буйы урамында бер ҡасан да юл булманы. Ҡайҙа ҡарама, соҡор-саҡыр, сүп-сар. Йөрөрлөк түгел, айырыуса ямғыр яуғанда. Юлды яҡын арала төҙөкләндереү ҡаралмай. Юл участкаһы әллә ни ҙур түгел – бер саҡрым самаһы, әммә был тирәлә халыҡ күпләп йәшәй, – тине Булгаков ауылында йәшәгән ҡатын “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Руслан Ғизәтуллин ойошторған ҡабул итеү сараһында.

Уның әйтеүенсә, юл Өфө районы хакимиәте балансында. Урындағы ауыл Советы күп тапҡыр мөрәжәғәт итеүгә ҡарамаҫтан, ыңғай һөҙөмтә юҡ.

– Өфө районы хакимиәтенә хат яҙып, юлды төҙөкләндереүҙе киләһе йыл графигына индереүҙе һорарбыҙ. Мәсьәләне тулыһынса хәл иткәнгә тиклем юлдан грейдер үткәреп, ҡырсын түшәтеү сараһын күрербеҙ, – тине Руслан Ғизәтуллин.



Вернуться назад