Насар юл шарттарына зарланалар28.11.2018
Һауа шарттарына бәйле, баш ҡаланың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡар таҙартыу техникаһы эшенә күҙәтеүҙе көсәйткән.

Көн дә рейдтар ойошторалар. Әлеге көнгә 70-тән ашыу күрһәтмә яҙылған. Етешһеҙлектәрҙең күбеһе юлдарҙың тайғаҡ булыуына, туҡталыштарҙы ҡар ҡаплауына бәйле. Юл шарттары насар булыуы арҡаһында авариялар ҙа арта, ти күҙәтеү органы хеҙмәткәрҙәре.

Әйткәндәй, кисә республика юлдарында 17 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.


Вернуться назад