Үәт, исмаһам, майор...28.11.2018
Алкино - 2 ауылында урынлашҡан хәрби гарнизон хеҙмәткәре үҙенә яңы “бизнес” асҡан. Автомобиль хеҙмәте начальнигы булып эшләгән майор хәрби йөк ташыу машиналарын ситкә һатыу менән булышҡан.

Ул машиналарҙы техник торошо буйынса иҫәптән сығарып, кәрәкле характеристикаларын үҙгәртеп, гарнизон сиктәренә алып сыҡҡан. Өфө гарнизоны буйынса тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, машиналар 2017 йылдың сентябрь айында күрше Татарстан Республикаһы ДОСААФ-ынан килтерелгән булған. Майор быны үҙ файҙаһына ҡулланыу маҡсаты менән “Урал” һәм өс “КамАЗ” автомобилдәрен гарнизон ситендә урынлашҡан стоянкаға илтергә бойорған. Шунан уларҙы һатып ебәргән.
Ҡырын эше билдәле булғас, ирҙе 2,5 йылға хөкөм итәләр.


Вернуться назад