Йәштәр фекерен башҡорт телендә белдерә28.11.2018
Быйыл “Башҡорт телендә фекер алышыуҙар буйынса республика чемпионаты” проекты Рәсәй йәштәренең проекттар конкурсында еңеү яуланы.

Чемпионаттың тәүге еңеүселәренең береһе, Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенты София Ғайсина: “Бындай сараны ойоштороу тик торғандан килеп сыҡмаған, йәштәр фекерен туған телендә әйтергә теләй”, – ти.

Былтыр чемпионаттың һайлау турында 19 белем биреү учреждениеһынан 153 команда ҡатнашҡан.

Яңыраҡ Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм тюркология факультетында Башҡорт телендә фекер алышыуҙар буйынса республика чемпионатының “Аҫылташ” тип аталған икенсе этабы үтте.

Унда Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Тышта ҡар”, “Хазина”, “Шатлыҡ”, “Аҫылдар”, “Төрки”, “Тылсым”, Стәрлетамаҡ районынан “Ҡаһым түрә”, Ишембай ҡалаһынан “Вәлиди вариҫтары” командалары бәйге тотто. Финалға “Тышта ҡар”, “Хазина” һәм “Төрки” командалары сыҡты. Улар өсөнсө турҙа көс һынашты.


Вернуться назад