Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге парктарҙың биләмәһен комплекслы төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары һәм баш ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
– Әлбиттә, беҙ һәр бер ҙур биләмәлә, һәр ҡалала парктар, скверҙар булдырыу йәһәтенән сара күрәсәкбеҙ. Бөгөн Өфөлә парк системаһын үҫтереү хаҡында һүҙ алып барасаҡбыҙ, – тине республика етәксеһе. – Өфө – миллионлы ҡала. Ул үҙенсәлекле ландшафтҡа, ҡеүәткә эйә, йылғалар менән уратып алынған. Шуға күрә Өфөнөң күркәм тәбиғи сифаттарын файҙаланып, халыҡҡа саф һауала, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеүе өсөн шарттар тыуҙырыу мөмкинлеге бар, тип уйлайым.