Өфөнө башҡаса ҡар баҫмаясаҡ...28.11.2018
Башҡортостандың баш ҡалаһына яңы ҡар таҙартыу техникаһы килә башланы.

Бөтәһе 39 берәмек ошондай техника алыу күҙаллана. Уҙған ял көндәрендә — 27 мең кубометр, ә миҙгел башынан алып йәмғеһе 40 мең кубометр ҡар ҡаланан ситкә сығарылған.

Әле ҡаланы йыйыштырыуға 300 берәмек техника һәм ике мең самаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре йәлеп ителгән. Өфөнөң мэры Өлфәт Мостафин иҫкәртеүенсә, биләмәләрҙе, туҡталҡаларҙы, юлдарҙы һәм йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу өсөн ошо йорттарҙың милекселәре, ҡуртымға алыусылары яуап бирәсәк.

Ҡала хеҙмәттәре юлдарҙы сифатлыраҡ таҙартыу өсөн машина хужаларынан шәхси автотранспортты тыйылған урындарҙа ҡалдырмауҙы үтенә.


Вернуться назад