“Тәмәкесе” ҡалалар исемлеген кем етәкләй?28.11.2018
Иң күп тәмәке тартҡан кешеләр йәшәгән төбәкте социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә асыҡлағандар. Һорау алыуҙа Рәсәйҙең 20 ҡалаһынан 2,6 мең кеше ҡатнашҡан.

Рейтингтың тәүге баҫҡысын Брянск ҡалаһы “яулаған”. Икенсе урында — Мәскәү. “Лидер”ҙар өс тағанын Краснодар ҡалаһы тулыландыра. Артабан исемлекте Волгоград һәм Иванов ҡалалары дауам итә. Тәүге тиҫтәгә шулай уҡ Силәбе, Дондағы Ростов, Воронеж, Пермь һәм Тамбов ингән. Ә Өфө ҡалаһы исемлектең ҡайһы баҫҡысында икән — быны асыҡлап булманы. Әллә беҙҙә тәмәке тартыу моданан сыҡтымы икән? Улай булһа, шатланырға ғына кәрәк, бындай рейтингта алдынғылыҡ беҙҙе һис тә биҙәмәҫ.




Вернуться назад