18-ме, 21-ме?28.11.2018
18-ме, 21-ме?Рәсәй халҡының күпселек алкоголле эсемлектәр һатыуға рөхсәт ителгән йәште 18-ҙән 21 йәшкә тиклем күтәреү яғында. Тикшеренеүҙәр һәм социологик һорау алыуҙар шуны күрһәтте.

Спиртлы эсемлектәр эшкә һәләтлелекте кәметә һәм төрлө сирҙәргә алып килә, тип билдәләй респонденттар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы киләһе йылда яңы сикләүҙәр тураһында закон проектын әҙерләргә тейеш. Рәсәйҙәрҙең 78 проценты тап ошо фекерҙе яҡлай, биш йыл дауам иткән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, граждандарҙың позицияһы үҙгәрмәй. Халыҡ-ара тәжрибә сикләүҙәрҙең күп кенә күңелһеҙ социаль эҙемтәләрҙе кәметеүен күрһәтә. Мәҫәлән, йәштәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләре ҡырҡа аҙайыуы ихтимал, сөнки йыш ҡына 21 йәшкә тиклем кеше ҡурҡыу белмәй, хәүефте дөрөҫ баһаламай, яҙмыш менән “шаярыу” ҡалыбы хас. Һәр ваҡыттағыса яңы закон проектына ҡаршы төшөүселәр ҙә, уның тәьҫирле булыуын инҡар итеүселәр ҙә бар. Шулай ҙа күпселектең ҙур көс икәнен онотмайыҡ.



Вернуться назад