Трассалағы ҡапма-ҡаршы хәрәкәт юлдарын айырыусы линияларҙы билдәләү өсөн аҡ төҫлөһө урынына һары төҫтәге тамға файҙаланылыуы мөмкин. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” проектына ярашлы, Транспорт министрлығы ошондай тәҡдим менән төбәк властарына мөрәжәғәт итте.
Һары төҫтәге ике иңле линиялар аҡ төҫлөһөнә ҡарағанда яҡшыраҡ күренәсәк тип күҙаллана. Ҡаршы хәрәкәт юлына сығыу — Рәсәйҙә юл-транспорт ваҡиғалары сәбәптәренең береһе. Эксперттарҙың раҫлауынса, һары төҫ сағыуыраҡ һәм үлемесле хәлдәрҙе ҡырҡа кәметеүе мөмкин. Быйыл Рәсәйҙең өс төбәгендә эксперимент рәүешендә һары төҫтәге линиялар файҙаланылды. Мурманск өлкәһендә, Карелия һәм Кубанда юл-транспорт фажиғәләре 30 процентҡа кәмегән.