Алма һуты эсегеҙ!28.11.2018
Магазиндарҙа һуттарҙың ниндәйе генә юҡ! Тәмдәре, сифаттары буйынса ла улар айырыла, хәүефһеҙлек күрһәткестәре лә төрлөсә. Рәсәйҙең тауар сифатын тикшереүселәре яңыраҡ, пакеттарҙағы алма һутының 33 маркаһын 38 күрһәткес буйынса тикшереп, алдынғылар рәтенә 21 етештереүсе предприятиены сығарҙы.

Шуларҙың араһында беҙҙең сауҙа нөктәләрендә һатылған “Агуша”, “Вино”, “Добрый”, “Сады Придонья”, “Фруктовый сад”, “Фрутоняня”, “Я”, “S7”, “Rich” һәм башҡалар ҙа бар. Тимәк, беҙ уларҙы хәүефләнмәй һатып алып эсә лә, балаларға ла тәҡдим итә алабыҙ.

Был исемлеккә инмәгән ҡайһы бер һуттарҙа файҙалы матдәләрҙең аҙлығы, натрий тоҙоноң тейешле кимәлдән юғарылығы (сәбәбе — һут әҙерләүҙә ҡулланылған һыу сифатының насар булыуында) асыҡланған. Белгестәрҙең әйтеүенсә, иң яҡшы һуттар Краснодар крайында һәм Липецк өлкәһендә етештерелә. Шуныһы ҡыуаныслы, тикшереү үткән һуттарҙың береһендә лә һаулыҡ өсөн зарарлы микроорганизмдар, күк һәм шәрбәт табылмаған. Шуға күрә үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы алма һуттарын хәүефләнмәй, рәхәтләнеп эсегеҙ!



Вернуться назад