Иң мөһиме – шарттар булдырылған22.05.2012
Иң мөһиме – шарттар булдырылғанРеспубликала эшкәртеү сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләп сығарыусы уҡыу йорттары байтаҡ. Шулай ҙа улар араһында оҙаҡ йылдар үҙ абруйын юғалтмай эшләүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуларҙың береһе – Салауат ҡалаһындағы 19-сы һөнәрселек училищеһы. Башҡа белем биреү усаҡтарынан айырмалы, бында башлыса “Газпром-Нефтехим-Салауат” асыҡ акционерҙар ойошмаһы өсөн белгестәр әҙерләйҙәр. Шуға ҡулына диплом алған студенттар өсөн эшкә урынлашыу еңел.
Уҡыу йортона 1952 йылда нигеҙ һалынған. Тәүге уҡыу йылында ике йөҙ студент белем алған. Ошо йылдар эсендә училищены 20 меңдән ашыу белгес тамамлаған. Быйыл 800 студент аппаратсы-оператор, технологик һурҙырғыстар һәм компрессорҙар машинисы, электр йыһаздарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электрИң мөһиме – шарттар булдырылған монтеры, киң профилле станоксы, химик анализ лаборанты, ашнаҡсы, кондитер, слесарь һөнәрҙәрен үҙләштерә. Студенттарға белем алыу, ял итеү өсөн бөтөн шарттар булдырылған: бай матди-техник база тупланған, уҡытыусылар үҙ эшен яратып башҡара. Лекциялар ҙур, яҡты, иркен кабинеттарҙа үтә, уларҙың барыһы ла заман талабына ярашлы йыһазландырылған. Училищеның үҙ оҫтаханаһы, дөйөм ятағы, китапханаһы, стадионы бар. Яҡшы билдәләргә өлгәшкән студенттарға стипендия түләнә.
Иң мөһиме – шарттар булдырылғанБелгестәрҙе әҙерләүҙә училищела төп көстө ғәмәли күнекмәләргә һәм практикаға йүнәлтәләр. Был алым үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Тәжрибәһе булмаған студент эшкә килгәнгә тиклем үк һөнәренең нескәлектәрен төплөрәк өйрәнә. Бынан тыш, уҡытыусылар училище тормошон йәнләндереү йәһәтенән күп эҙләнә. Төрлө саралар үткәреү матур йолаға әүерелгән. Училищеға нигеҙ һалыныуға 60 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, оҙаҡ йылдар дауамында үткәрелеп килгән һөнәри оҫталыҡ конкурсы көнүҙәклеген юғалтмай, сөнки тап ошо бәйге студентар араһында иң-иңдәрҙе асыҡларға, уларға тәжрибә тупларға, оҫталығын камиллаштырырға мөмкинлек бирә.
Училищеның директоры Азамат Ғәлийәнов БДУ-ның химия факультетын уңышлы тамамлағас, төрлө хеҙмәт баҫҡыстарын үтә. Үҙен ойоштороуға һәләтле, тырыш етәксеИң мөһиме – шарттар булдырылған итеп таныта. Өмөтлө йәш белгес ике йыл әлеге уҡыу йортона етәкселек итә. 60 йыллыҡ тарихы булған училищеның барлыҡ йолаларын дауам итеүҙе үҙмаҡсат итеп ҡуйған ул. Азамат Хәбир улы хеҙмәттәштәренең эшен юғары баһалай. Зөлфиә Мәхмүтова, Лидия Евдокимова, Наталья Подрядова, Рәүилә Аҙнабаева, Тамара Большакова, Мария Лебединцева, Ольга Логинова, Людмила Нестерова, Римат Фәйезов, Гөлгөнә Ғайсина, Зоя Казбан, Алексей Кондрашин, Василий Корниенко, Маргарита Недоспасова, Юрий Феоктистов, Илүзә Хисмәтуллина, Надежда Чиглинцева, Айнаш Шәһәбетдинова һәм башҡаларҙың исемдәре училище тарихына алтын хәрефтәр менән уйылып яҙылған, улар үҙ эшенең оҫтаһы булырҙай белгестәр әҙерләүгә ҙур көс һала. Уҡытыусылар уҡыу барышын мөмкин тиклем ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн күп көс түгә.
Иң мөһиме – шарттар булдырылғанҺәр эш заман менән бергә атлауҙы талап итә. Училище коллективы быны яҡшы аңлай һәм уҡытыу процесына заманса технологиялар йәлеп итә. Интернет селтәрен дә уңышлы яулайҙар. Уларҙың сайтында училище тормошо менән яҡыныраҡ танышырға була. Бында абитуриенттар үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға ла төплө яуап таба ала.
2010 йылдан училищела белем алыусылар Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу мөмкинлеге менән файҙалана. Был студенттарға артабан юғары уҡыу йортона инеү өсөн уңайлы, сөнки күптәр һайлаған һөнәре буйынса белемен камиллаштырыу яғында.
Салауат ҡалаһының 19-сы һөнәрселек училищеһына килгән балалар ышаныслы ҡулдарға эләгә. Уларҙың артабанғы яҙмышы, киләсәге, эшкә урынлашыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр йәһәтенән борсолмаҫҡа ныҡлы нигеҙ бар.
Лилиә ҒАФАРОВА.

Иң мөһиме – шарттар булдырылған


Вернуться назад