“Бергә – хәүефһеҙ юл хәрәкәте өсөн”28.11.2018
Архангел районының йәштәр эше, физик культура һәм спорт буйынса комитеты, “Радуга” үҫмерҙәр клубы, ирекмәндәр, йәш гвардиясылар һәм ЮХХДИ инспекторҙары менән берлектә “Бергә – хәүефһеҙ юл хәрәкәте өсөн” акцияһын ойошторҙо. Ул юл-транспорт хәлдәрен профилактикалау һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеүгә яуаплы ҡарауға йүнәлтелгән.

Сара барышында ирекмәндәр һәм йәш гвардиясылар “Юлда балҡы – үҙ ғүмереңде һаҡла!”, “Хәүефһеҙлек ҡайышы”, “Иң ҡәҙерле кешегеҙҙе ҡайыш менән ҡаптырығыҙ!” тигән саҡырыуҙар яҙылған иҫкәртмәләр таратты. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре автомобилдәрҙә хәүефһеҙлек ҡайышы ҡаптырылыуы, балалар ултырғысы барлығын тикшерҙе.


Вернуться назад