Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһы — шахтерҙар төйәге. Тап бында шахтерҙар династияһы дауам ителә, быуындар күсәгилешлеге һаҡлана. “Бүребай” тау-байыҡтырыу комбинатында ауылдың һәр өсөнсө кешеһе хеҙмәт итә.
Данлы тарихы булған комбинаттың барлыҡҡа килеүе, уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге, шахтер һөнәре хаҡында яҡындан белеү, төбәктең тау сәнәғәте предприятиеһының эше менән танышыу маҡсатында Аҡъярҙың 2-се мәктәбенең 3 класс уҡыусылары үҙҙәренең уҡытыусылары Наталья Рәмова менән Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының музейында булды. Ундағы бай экспонаттар, тарихи мәғлүмәттәр уҡыусыларға ныҡ оҡшаны. Малайҙарҙың күбеһе киләсәктә шахтер һөнәрен һайларға теләк белдерҙе. Тимәк, шахтерҙар династияһы дауам ителәсәк әле.