Китап уҡырға яратаһыңмы?28.11.2018
Хәҙер ғаилә менән китап уҡыйҙармы? Бындай уртаҡ уҡыуҙар кәрәкме? Нисек балала китапҡа һөйөү уятырға?

Ата-әсәләргә ғаилә менән китап уҡыуҙың әһәмиәтен тағы ла бер ҡат иҫкәртеү, уҡырға яратҡан ғаиләләрҙең абруйын арттырыу маҡсатында республикала “Китап һөйөүсе ата-әсә — китап һөйөүсе балалар” тигән конкурс үткәрелде.

Дыуан районынынан Абдрахмановтар ғаиләһе Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса ролик күрһәтте. Төп герой — балалар йортонда тәрбиәләнгән етемдең яҙмышы ғаиләне шул тиклем тетрәндерә, улар хатта балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн социаль приютҡа килә.
Конкурста ҡатнашҡан 63 роликта сит ил һәм Рәсәй яҙыусыларының әҫәрҙәре пропагандалана.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә барған тауыш-биреүҙә 65 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Еңеүселәр араһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский ҡалаларынан һәм Йәрмәкәй, Ишембай, Бөрйән, Дыуан райондарыны вәкилдәре бар.


Фото:


Вернуться назад