Дәүләкән ҡыҙы Мәскәүҙе яуланы28.11.2018
Яҡташтарыбыҙҙың Башҡортостандан ситтә еңеү яулауы, республикабыҙҙың данын яҡлауы – маҡтаулы.

Ошо көндәрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһында туған телдәр, шул иҫәптән рус теле уҡытыусылары араһында ойошторолған Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе тигән сәмле бәйгелә Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алина Ильясованың I урын алыуы тураһында ишетеп ҡыуандыҡ. Киләсәк менән йәшәгән һәм эш иткән һәр педагогҡа хас булған күркәм сифаттар, изге уй-маҡсаттар Алина Фәтих ҡыҙында ла бар. Белем биреүҙең заманса алымдарын дәрестәрендә уңышлы ҡуллана ул. Мөғәллимәнең ниәте – һәр баланың күңеленә мөмкин тиклем тәрәнерәк үтеп инеү, шул саҡта ғына һөҙөмтәгә өлгәшәсәкһең. “Һәр еңеү алға әйҙәй, сәмләндерә һәм рухландыра”, – ти еңеүсе.



Вернуться назад